Беҙҙең редакцияға Өфөнөң Пархоменко урамындағы 121-се йорт хужалары мөрәжәғәт итте 06.10.2015

Элек унда Рәсәй тимер юл хеҙмәткәрҙәренең дөйөм ятағы була. Һуңынан бүлмә хужалары торлаҡты хосусилаштырып, йорт ҡалаға күсерелә. Быйыл уҙғарылған экспертизанан ведомство-ара комиссия йортто авария хәлендә тип таныған. Ләкин унда йәшәүселәр был һығымта менән риза түгел. Бынан тыш, йорт хужалары әйтеүенсә Совет район хакимиәте яңы фатирҙарҙы  Өфөнөң Шаҡша биҫтәһенән бирергә уйлай.

Йорт хужалары ғәҙеллек эҙләй. Һәр кемдең ятаҡта 20 квадратҡа яҡын торлағы бар. Улар баш ҡала үҙәгендә урынлашҡан йорттан ҡала ситенә күсеп йәшәргә риза түгел.
Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, йорт 1999 йылда уҡ авария хәлендә, тип танылған. Ләкин торлаҡ хужалары йыш ялыуҙар менән мөрәжәғәт иткәнлектән, бында тағы ла экспертиза тәғәйенләнә. Ведомство- ара комиссия тикшереү уҙғарғас, йорт 70 процентҡа иҫкергән, тигән һығымта яһала.
Виталий Гайдук, Совет районы хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге етәксеһе: «Ошо экспертизаға ярашлы, Пархоменко урамындағы 121-се йорт авария хәлендә тип табылды. 70 процентҡа таушалған йорт йәшәү өсөн хәүефле һанала. Улар йәнә экспертиза яһай ала, ләкин был осарҡта ла  йорттоң авария хәлендә икәнлеге раҫланасаҡ».
Авария хәлендәге йорттан күсереү буйынса  дәүләт программаһы бер нисә өлөштән тора. Тәүҙә хужаларҙы торлаҡтың ошо программаға инеүе хаҡында иҫкәртәләр, һуңынан өс тапҡыр фатирҙар тәҡдим итәләр. Әммә яңы торлаҡ Шаҡша биҫтәһенән тәҡдим ителгән бер нисә кеше ул вариант менән  ризалашмай. Был да мәсьәләнең  бер өлөшө генә. Сөнки бүлмә һайын бер нисә хужа теркәлгән. Ләкин законға ярашлы, һәр теркәлгән кешегә айырым фатир бирелмәй. Был закон 2012 йылда Рәсәй Юғары Суды ҡарары менән ғәмәлгә ингән.
Валерий Шәрипов, юрист: «Элек ҡануниәттә авария хәлендәге йорттан ниндәй торлаҡҡа күсереү тураһында күрһәтмәләр юҡ ине. Был йортта ҡайһы берәүҙәр торлаҡты социаль ҡуртым килешеүе буйынса  алған. Был осраҡта квадрат метр өсөн яңы торлаҡтан да ошондай уҡ майҙан ҡаралған. Сөнки авария хәлендәге йорттан күсереү йәшәү шарттарын яҡшыртыу тип иҫәпләнмәй».
Эксперттар әйтеүенсә,  Совет районы хакимиәте тәҡдим иткән варианттар менән ризалашмаусылар судҡа мөрәжәғәт итә ала. Әммә был осраҡта уларға үҙҙәренә экспертиза уҙғарырға тура киләсәк. Бынан тыш,  мөмкинлектәре сикләнгәндәр, локаль һуғыш ветерандары һәм күп балалы тол ҡатындар икенсе программалар буйынса торлаҡ шарттарын яҡшырта ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика