Беҙҙең редакцияға Өфө ҡалаһында урынлашҡан «Ашан» гипермаркетының элекке һаҡсылары мөрәжәғәт итте

Беҙҙең редакцияға Өфө ҡалаһында урынлашҡан «Ашан» гипермаркетының элекке һаҡсылары мөрәжәғәт итте 02.10.2015

Улар эш менән тәьмин итеүсе ойошма хеҙмәт хаҡын түләмәүенә зарлана. Шәхси һаҡсылар ойошмаһы һәр һаҡсыға 40 мең һумдан ашыу аҡса бурыслы.

Һаҡсылар зыян күреүселәр исемлеген төҙөгән. Ике тиҫтә кеше хеҙмәт хаҡын ала алмай.  Хәҙер уларға элекке эш урындарының тупһаһын көн һайын тиерлек тапарға тура килә. Ләкин һөҙөмтәһеҙ. Һаҡсылар әйтеүенсә, проблема июнь айында башлана. Уларҙы эш менән тәьмин итеүсе шәхси һаҡсылар ойошмаһы "Ашан" гипермаркеты менән хеҙмәттәшлекте туҡтата.
Һаҡсыларҙың күбеһе Ауырғазы районынан. Ауылда эш булмағанлыҡтан, улар баш ҡалаға йөрөп эшләргә мәжбүр була.  
Зыян күреүселәр үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлап, эш хаҡын түләүҙе һорап прокуратураға ла мөрәжәғәт иткән. Һаҡсылар әйтеүенсә, әле тикшереү төп офис урынлашҡан Мәскәү ҡалаһында бара. Зыян күреүселәргә эш биреүсе шәхси һаҡсылар ойошмаһы менән уртаҡ тел табып булманы.
Һаҡсыларҙың бөтәһе ла эшкә хеҙмәт килешеүе буйынса урынлашҡан. Ай һайын окладтан тыш, һәр сәғәт өсөн проценттар алған. Эш хаҡының бер өлөшө банк картаһына, ә бер өлөшө ҡулаҡса менән түләнгән. Уларҙы эш менән тәьмин итеүсе ойошма хеҙмәт хаҡының рәсми өлөшөн генә, окладты ғына түләй. Мәсьәләнең айышы ла эш хаҡының ике ысул менән түләнеүендә һәм был хәлде ҡатмарлаштыра.  
Валерий Шәрипов, юрист: «Прокуратураға мөрәжәғәт иткән осраҡта, улар эш менән тәьмин итеүсе ойошманың эш хаҡын түләү процесын асыҡлай. Бугалтерия эшселәренә түләгән хаҡ буйынса документтарын ҡарай. Прокуратура шулай уҡ эш хаҡының ҡайһы өлөшө рәсми, ә ҡайһы өлөшө йәшерен схемалар менән түләнеүен дә тикшерә».
Юристар әйтеүенсә, республикала хеҙмәт хаҡын түләмәү осраҡтары буйынса прокуратураға мөрәжәғәт итеүселәр аҡсаларын кире ҡайтара ала. Эшселәр үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлай алған хәлдә, эш хаҡындағы тотҡарлыҡ өсөн компенсация ла түләнә. Әммә бының өсөн  судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку