Баймаҡтар скандинавия хәрәкәте менән шөғөлләнә башлаған 23.06.2016

Айырыуса өлкән быуын вәкилдәре һәм гүзәл заттар әүҙемлек күрһәтә.

Ишбирҙе - райондың ҡуйы урманлы төпкөл ауылы, шуға ҡарамаҫтан, урындағылар заман менән бергә атлай. Махсус таяҡҡа тотоноп, урман һуҡмаҡтарынан етеҙ атлай улар. Тәүгеләрҙән булып урындағы мәктәп уҡытыусыһы Нәйлә Юнысова табиптар кәңәше буйынса ошо спорт төрө менән шөғөлләнә башлай.  Тора-бара уға күршеләре, башҡа урамда йәшәүселәр ҡушыла.

Йәмле тәбиғәтте күҙәтеп, яңылыҡтар менән аралашаһың, бер юлы сәләмәтлегеңде лә нығытаһың. Ике ай ғына йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан, һәр кем үҙеңдә ыңғай үҙгәрештәр кисерә. Олоһо ла, кесеһе лә был спорт төрөн ихлас үҙләштерә, ваҡытты ла күп алмай.

Бер кеше башлап ебәргән был спортҡа хәҙер бөтә ауыл ҡушылған. Тәүге осорҙа ҡыҙыҡ күреп кенә шөғөлләнә башлағандар кире был спорттан айырылғыһы килмәй. Айырыуса, оло йәштәгеләр. Сөнки атлауҙың бер ниндәй ҙә ҡыйынлығы юҡ. Киләсәктә иһә, ҡыш көндәре,  урындағылар саңғыла йөрөүҙе лә күҙаллай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика