Баймаҡ районыныда Курск атом һыу аҫты кәмәһендә һәләк булыусы мичман Фәнис Ишморатов истәлегенә стела барлыҡҡа киләсәк 08.09.2016

Был башланғыс урындағы халыҡ, район ойошмалары, битараф булмаған кешеләр ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Стела Фәнис Ишморатов тыуып үскән Мерәҫ ауылының ин бейек тау битләүендә урынлашасаҡ.

Һикһән беренсе йәшен ҡыуған Әбделмәлик Ишморатов төҙөлөш эштәре менән үҙе идара итә. Унын башланғанынан алып ул көн һайын ошонда килә. Якшы кешеләр ярҙамы менән бөгөн стелла урында нигеҙ бар, унын өстөнә тәбиғи таш түшәлә. Улы иҫтәлеген мәнгеләштереү идеяһын  уға  Татлыбай ауылында йәшәүсе Фаил Әбүбәкиров исемле кеше бирә. Енеүҙең  етмеш йыллығына пушка стеллаһын ҡуйҙыртҡан Фаил буласак һәйкәлден тәүге детале- якорҙы үҙе ҡойоп эшләткән.
Курск атом һыу аҫты кәмәһенен мичманы Фәнис Ишмортов Баренц дингеҙендә һәләк булған йөҙ ҙә ун һигеҙ моряктын берәүһе. Ул фажиғәлә Башҡортостан үҙенен улын юғалтты. Ошоға тиклем Курск истәлегенә төҙөлгән стела, һәйкәлдәр Рәсәйҙен төрлө өлкәләрендә сафҡа инде, бөтә дингеҙселәргә арналған мемориаль комплекс Өфөлә бар. Ә бына район ерлегендәге стела тәүгә ҡуйыласаҡ.
Буласаҡ стеланын эскизы әле тулыһынса эшләнеп бөтмәгән. Унын буйынса төрлө фекерҙәр, тәҡдимдәр бар. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн төҙөлөш эшенә барлыҡ район ойошмалары, битараф булмаған ябай кешеләр ҙә  ярҙам күрһәтә башлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика