Баймаҡ районында Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар бәйгеһе үтте 08.01.2015

Изге йола буйынса унда йыл һайын  төбәк ойошмалары һәм ауыл биләмәләре вәкилдәре  ҡатнаша.  

Яңы йыл байрамының төп геройҙары булған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙар ҡала урамдары буйлап үтте. Татлыбай ауылынан Мөбәрәк Сибаев менән Зәлиә Байбулова был бәйгелә тәү тапҡыр ҡатнаша. Яңы йылдың символдары булып балаларға шатлыҡ өләшеү , икеләтә ҡыуаныслы тиҙәр улар. Ҡаланың үҙәк майҙанына теҙелгәндән һуң, барыһы ла биҙәлгән пар аттарҙа боҙ ҡаласығына ашыҡты. Майҙанға төрлө әкиәт геройҙары, райондың барлыҡ ауылдарынан Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар йыйылды. Ришат Яҡшыбаев, Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы: «Яңы йыл байрамын уҙғарыу өсөн ҡала бюджетынан йыл һайын ҙур ғына күләмдә аҡса бүленә. Быйыл был маҡсатҡа 680 мең һум ҡаралған ине. Әйтергә кәрәк, иң матур боҙ ҡаласығы бәйгеһендә Баймаҡ юлсылары еңеп сыҡты. Улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡала үҙәгендә мөғжизә донъяһы тыуҙырҙы». Был көндө ҡаланың ял паркы балалар тауышынан, йыр-моңдан гөрләп торҙо. Һәр Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу тамашасыларҙы заманса бейеүҙәре,көтөлмәгән бүләктәре, ҡыҙыҡлы тамашалары менән ҡыуандырҙы. Яңы йыл алдынан уҙғарылған сара олоһона ла кесеһенә күңел күтәренкелеге, байрам кәйефе өҫтәне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика