Баймаҡ районында урындағы мәктәп уҡыусылары, ауыл хужалығы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы филиалы студенттарының хәрби ялан лагерын рәсми асыу тантанаһы үтте

Баймаҡ районында урындағы мәктәп уҡыусылары,  ауыл хужалығы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы филиалы студенттарының  хәрби ялан лагерын рәсми асыу тантанаһы үтте 29.05.2015

Буласаҡ  һалдаттар бер нисә көн дауамында физик күнекмә, тактика әҙерлеге  һәм башҡа дәрестәр аша хәрби белемдәрен камиллаштыра ала. Иртәнге сәғәт етелә ‐йоҡонан уяныу,  киске ун берҙә - төнгө йоҡоға талыу. Тап әрмеләге кеүек. Хәрби яланда егеттәр уҡыу йылы барышында  мәктәп стеналарында алған теоретик белемдәрен практикала ҡуллана. Быйыл  егеттәр менән бер рәттән ҡыҙҙарҙа  төрлө күнекмәләр  яһай.

Хәрби йыйынға быйыл райондан  ике йөҙҙән ашыу егет килгән. Тормош хәүефһеҙлеге программаһы буйынса буласаҡ һалдаттар ялан шарттарында ҡырҡ сәғәтлек дәресте үҙләштерергә бурыслы. Егеттәргә карабиндан атып ҡарау мөмкинлеге лә буласаҡ.
Хәрби ялан лагерында  егеттәр үҙҙәре өсөн фәһемле дәрестәр ала, ысын Ватан һаҡсыһы итеп хис итә. Егеттәр өсөн иң ҡыҙыҡлы мәлдәр - команда менән стройға баҫып,йыр йырлап, тап һалдаттарса марш менән  йөрөү һәм әлбиттә кискеһен күмәкләп  волейбол, футбол уйнау.  
Ялан йыйыны егеттәрҙе төрлө яҡлап һынай.буласаҡ   һалдаттарҙа был һынауҙарҙы уңышлы  үтеп, киләсәктә Ватаныбыҙ һағында  үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәтер тип ышанғы килә.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика