Баймаҡ районында мәҙәниәт йылына арналған бәйге иғлан ителде

Баймаҡ районында мәҙәниәт йылына арналған бәйге иғлан ителде 08.09.2014

Конкурс сиктәрендә Аҡморон  ауыл  биләмәһе башлығы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары  урындағы халыҡтың көнитмеше, проблемалары менән танышты.

Ауыл хакимиәте башлығы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары менән ауыл урамдары буйлап үтәбеҙ. Ауылдың йөҙө көндән-көн үҙгәрә, матурлана бара, иғтибарҙы береһенән-береһе күркәмерәк, төҙөгөрәк йорт-ҡаралтылар, ҡоймалар,  ихата тулы йәшелсә-емеш, күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр үҙенә йәлеп итә. Уларҙың һәр береһе ҡурсаҡ өйө һымаҡ, тип әйтергә мөмкин. Был, әлбиттә, халыҡтың тырышып, сәмләнеп донъя көтөүе, егәрле кешеләр йәшәүе хаҡында һөйләй.
Ҡайһы йортҡа инһәң дә, күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр үҫә, һәр кем үҙ ихатаһын  да бик үҙенсәлекле итеп биҙәргә тырышҡан. Матурлыҡҡа ғашиҡ булыусыларҙы йылдың  һауа торошо ла  борсоуға һалмай.
Аҡморонда шулай уҡ халыҡты борсоған проблемалар ҙа бар, әлбиттә. Урындағы халыҡ эсәр һыуһыҙ интегә, бында һыу селтәрҙәре күптән инде сафтан сыҡҡан.  
Ауыл йылдан-йыл матурая, заманса йыһазландырылған йорттар ҡалҡып сыға, урамдар төҙөкләнә бара. Тимәк, матурлыҡ, бөхтәлек хакимлыҡ иткән ерҙә насарлыҡҡа урын булырға  ла тейеш түгел.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика