Баймаҡ районында ла ҡар ҡатламы кисә урыны менән бер нисә метрҙан ашты

Баймаҡ районында ла ҡар ҡатламы кисә урыны менән бер нисә метрҙан  ашты 16.03.2016

Социаль селтәрҙәрҙәге фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, ҡайһы берәүҙәргә йорттарына инер өсөн көрттө өңөп инергә тура килгән. Район биләмәләрендәге юлдарҙа ла көслө буранға бәйле,  9 маршрут автобусы, 30-ҙан ашыу шәхси автомобиль хужаһы  туҡтатылған.  Юлсыларға ярҙам күрһәтелгән. Улар ваҡытлыса пункттарға урынлаштырылған. Бөгөн ҡамауға ҡалыусылар  яйлап  ҡайтыу  яғына  ыңғайлаған.

Һауа  торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе  хаҡында  иҫкәртеү эштәре алып барылһа ла, ниңәлер юлаусылар икеләнмәй күпләп  юлға сыҡҡан. Буранда ҡамалып ҡалыусыларға, шунда уҡ  тейешле ярҙам күрһәтелде. Урында  3 пункт ойошторолоп, кешеләр шунда таң аттырҙы.   Ҡаланың Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының ятағында   60-тан ашыу  кеше төн үткәрә.  
Ейәнсура районынан Сания Мусина Темәс ауылына  юлланып ҡамауға  ҡала. ҡатынға  Баймаҡта  юлдарҙың  ябыҡ  булыуы   хаҡында   хәбәр итмәйҙәр.
Белгестәр әйтеүенсә, бындай бурандар аҙна буйы дауам итәсәк.     Шуға күрә, киң мәғлүмәт саралары  йәиһә  метеостанция аша һауа торошон  күҙаллап,  юлға сығыу   кәңәш ителә.
Шунда уҡ райондың бөтә хеҙмәттәре, юлсылар, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уяулыҡ күрһәтте.  Бәхеткә күрә, ҙур ҡазалар һәм фажиғәләр теркәлмәгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика