Баймаҡ районында бөгөн көслө буран сығыуы һөҙөмтәһендә юлдарҙа ҡатмарлыҡтар килеп тыуған

Баймаҡ районында бөгөн көслө буран сығыуы һөҙөмтәһендә юлдарҙа ҡатмарлыҡтар килеп тыуған 15.03.2016

Айырыуса, Баймаҡ-Түбә һәм Баймаҡ- Сибай трассаларында транспорт хәрәкәте ауырлашҡан.  Әйткәндәй, кисә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы водителдәргә алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп торорға кәңәш иткәйне. Синоптиктар артабанғы  көндәрҙә лә һауа торошоноң ҡатмарлы буласағын фаразлай.

Көслө буран әлеге ваҡытта Хәйбулла районында ла күҙәтелә. Төбәктәрҙә һауа торошоноң насарайыуын иҫәпкә алып, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында оператив штаб ойошторолған. Ярҙам кәрәк осраҡта  (347) 233 - 99 - 99 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку