Баймаҡ районы - әүлиәләр төбәге

 Баймаҡ районы - әүлиәләр төбәге 24.09.2014

Был турала Кипрҙан килгән юғары ҡунаҡ Солтан Әүлиә шәйехтең улы Мөхәммәт Назим Хаккани билдәләне.

Имсе, мәғрифәтсе, философ Ғабдулла Сәиди ерләнгән Муллаҡай ауылы зыяратына халыҡ төрлө төбәктәрҙән йыйылды. Улар барыһы ла Солтан Әүлиә шәйехтең улы Мөхәммәт Назим Хаккани менән осрашырға тигән ышаныс менән килгән. Донъя әүлиәләре остазы тип иҫәпләнгән шәйехтең әсәһе башҡорт булған. Шуға күрә шәхес былтырғы килеүендә урындағы халыҡтың көнкүреше менән ныҡлап ҡыҙыҡһынды. Әммә күптән түгел Нәзим Хаккани вафат булыу сәбәпле, вәкәләттәрен улы Солтан Мәхмәт Әҙил ҡабул иткән. Диндарҙар уның да дауалау көсөнә эйә булыуына инана. Шуға күрә уның менән осрашырға күрше төбәктәрҙән дә килгәндәр.

Мәртәбәле ҡунаҡ Байым ауылында ерләнгән Байым Динибәковтың ҡәберендә булды. Изге кеше, дауалау көсөнә эйә әүлиәнең ҡәберенә ғәрәп һәм башҡорт яҙыуҙары менән аҡ таш беркетелгән. Мөжәүир хәҙрәт ерләнгән Манһар ауылына меңәрләп кеше йыйылды. Улар барыһы ла шәйехте күреү, әүлиә рухына доға ҡылыуҙы бурысы һанай. Мәүләнә Әүлиә Шәйех Мәхмәт төбәктә әүлиәләр күп булыуын билдәләне.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку