Баймаҡ районы ауылдарында халыҡ иҫәбенә төҙөлгән иман йорттары арта

Баймаҡ районы ауылдарында халыҡ иҫәбенә төҙөлгән иман йорттары  арта 18.06.2015

Уларҙың  сираттағыһы Алғаҙы ауылында асылды. «Ихлас» мәсете районда 59-сы иман йорто. Рамаҙан айы  уңайынан алғаҙылар яңы мәсетле булыуына һөйөнөп бөтә алмай.

Алғаҙыла мәсеткә нигеҙ 2012-се йылда  һалына.  Иман йортон төҙөүҙә бар ауыл халҡы ҡатнаша. Мәсеттәр элек-электән халыҡтан йыйылған аҡсаға йә иһә ауылдың хәллеләре иҫәбенә төҙөлгән. Ошондай сауаплы эш башҡарыусылар оло рәхмәткә лайыҡ.  Бар сығымдарҙы ла алғаҙылар үҙҙәре, ситтә йәшәүсе яҡташтары, бигерәк тә ауылдағы үҙ эшен асҡан ауылдаштары ҡаплай. Хәбир Мөхәмәтйәров иң тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙа.Үҙе Ғатаулла ишан тоҡомонан, атаһының әйткән васыятын да үтәй.
Алғаҙы ауылында тәүге мәсет революцияға тиклем дә була. Рухи ҡиммәттәр үҙгәреп, халыҡ яйлап кире дингә ҡайта башлағас яңы мәсет  төҙөү көн ҡаҙағына ҡуйыла. Күңел биреп, ихлас шөғөлләнгәс, төҙөлөш ыңғай барҙы, әллә ни ауырлыҡ булманы, - ти ауылдың имам-хатибы Кәбир Ҡоносбаев.
Мәсет тышҡы яҡтан күркәм, эстә лә ҡот уйнай. Электр уты менән йылытыу ҡоролмаларын, дини һүрәттәр, йыуыныу һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы ла бүләк иткәндәр. Ихлас мәсете яңы ҡоймалар менән уратылған, ауыл уңғандары уратып сәскәләр ҙә ултыртырға өлгөргән. Алғаҙы мәсете районда 59-сы иман йорто. Мәсет булған ерҙә иман да булыр, тигән боронғолар. Алғаҙы мәсете лә  ауылға иман килтерер, ҡот өҫтәр.
Мәрйәм  Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку