Баймаҡ районы ауыл биләмәләрендә йыл һайын яңы йыл майҙансыҡтары асыу, пар аттарҙа тырантастарҙа йөрөү күркәм йолаға әйләнгән

Баймаҡ районы ауыл биләмәләрендә йыл һайын яңы йыл майҙансыҡтары асыу, пар аттарҙа тырантастарҙа йөрөү күркәм йолаға әйләнгән 04.01.2016

Яңы йылдың төп символы Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы, байрамға килгән һәр бер кешене ошондай матур йырҙар, бейеүҙәр менән ҡаршы алдылар.  Ауыл ерендә шыршы майҙансығын асыу,  унда һырғалаҡтар урынлаштырыу айырыуса балалар өсөн шатлыҡлы мәл.  Ҙур ҡалаларҙағы кеүек күҙҙең яуын алырлыҡ семәрле  уттар, бихисап ҡар һындар булмаһа ла, һәр бер ауыл хәленсә тырышып байрамға әҙерләнә.

Әлбиттә байрамдың уртаһы ул ауылдын төп майҙаны булһа, шәхси кешеләр ҙә үҙ ихатаһын биҙәп ҡуйырга ашыға.  Әбделкәрим ауылында йәшәүсе  Вәлишиндар ғаиләһе  йыл да балалар өсөн бәләкәй майҙансыҡтар төҙөп ҡуя.
Былтыр ауылдаштарын  оло автомобиль яһап хайран итһә, быйыл  Ғирфан Булатовтың  ихатаһын ҡарлы танк биҙәй. Был обьект хәҙер ауылдың ғорурлығы. Унда килеп  фото төшөргә теләүселәр ҙә табыла.
Башлыса ололар йәшәгән Ҡыуат ауылы ла күршеләрҙән ҡалышмай. Төптән йыуан  ғына яһалған ҡарлы фигуралар үткән йылдын мул, уңышлы булыуына  ишара.
Ҡуй йылы һимеҙ, якшы була тигән ололарҙын фаразы юшҡа килде. Ысынлап та, йыл мул игене  менән генә  түгел, ә ҡары менән дә ҡыуандырҙы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку