Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Йәғәфәр Мусин 70 йылдан һуң Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған атаһының ҡәберен тапҡан 06.05.2015

Иҙрис ауылында тыуып үҫкән Әғзәм Мусин 1942 йылда фронтҡа китеүенән кире   ҡайтмай. Оҙаҡ йылдар ғаиләһе уның ҡәберенең ҡайҙалығын да  белмәй. Әммә оҙаҡ эҙләнеүҙәрҙән һуң, уландары аталарының туғандар ҡәберлегендә ерләнеүен асыҡлай. Күптән түгел Йәғәфәр Мусин ҡатыны менән Псков өлкәһенә барып, әсәһенең васыятын һәм уллыҡ бурысын  үтәп ҡайтты.  

Яугир атаһынан Йәғәфәр Мусинға иҫтәлеккә фронттан ебәрелгән фотоһы ғына ҡалған. 1943 йылда уның әсәһенә ғаилә башлығының үлем хәбәре ҡағыҙы һәм үҙе һәләк булғас бүләкләнгән 2-се дәрәжә Ватан һуғышы орденын тапшыралар.  Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы билдәләнгәндән һуң, ағалы-ҡустылы Ҡәнзәфәр менән Йәғәфәр Мусиндар мотлаҡ атаһының  ерләнгән урынын табырға ҡарар итә. Тырышлыҡ бушҡа китмәй. Быйыл яҙ Мусиндарға аталарының Псков өлкәһендәге туғандар ҡәберлегендә ерләнеүселәр исемлегендә булыуы тураһында рәсми хат килә.  
Һаҙлыҡлы Псков ерҙәрендәге ҡаты һуғыштар меңдәрсә һалдаттың ғүмерен өҙгән. Урында йәшәүселәр хәтерләүенсә, өс йыл дауамында өлкәлә ҡан ҡойолмаған бер генә тотам ер ҙә ҡалмай. 2012 йылда өлкәнең Себеж районында совет һалдаттары ерләнгән сираттағы ҡәберлек табыла. Мәрхүмдәрҙең шәхесен асыҡлау буйынса ентекле эш башалана. Улар арһында Әғзәм Мусиндың да медальоны табыла.  
Алыҫ сәфәрҙең Еңеү көнөн ҡаршылаған тантаналы көндәргә  тура  килеүе Мусиндарҙың шатлығын бермә-бер арттырған. 94 йыл ғүмер кисергән әсәләре Миңзифа Мөхәмәтмуса ҡыҙы һуңғы көнөнә тиклем  һөйгәненең һуңғы төйәген табырға хыяллана һәм улдарына был теләген васыят итеп ҡалдыра.
Мусиндар туғандар ҡәберлегенән бер ус тупраҡ алып ҡайта һәм ауылда аталарына таҡтаташ ҡуя. Байрам көндө ғаиләлә туғандар йыйылышып яҡындары рухына аят уҡырға ниәтләй. Бөтә илгә һәм ғәзиз ғаиләһенә тыныслыҡ яулаусы ҡаһарман һалдат иҫтәлегенә.  
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика