Батырҙарға мәңгелек дан!

Батырҙарға мәңгелек дан! 03.10.2016

Архангел районы Яңы Шишмә ауылында Бөйөк Ватан һуғыш ветерандары иҫтәлегенә обелиск асылды.

Изге эшкә төбәктә йәшәүсе халыҡ берҙәм ҡушыла. Бының өсөн улар хәленән килгәнсә аҡса йыя. Саранан Липовка ауылы биләмәһе лә ситтә ҡалмай. Ваҡытында Яңы Шишмә ауылынан һуғышҡа 44 кеше алына. Уларҙың 26-һы яу яланында батырҙарса һәләк була. Бынан тыш, ауылдаштар араһында хәрби бурысын ҡыҙыу нөктәләрҙә үтәүселәр ҙә юҡ түгел. Ветерандар иҫтәлегенә һәйкәл асыу ниәтен урындағы халыҡ дүрт йыл элек үк күтәреп сыға. Әммә төрлө сәбәптәр менән ул кисектерелә килә. Ниһайәт, быйыл Таһир Рафиҡов менән Фәнир Әбдрәшитов яҡташтарының хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.      
Урындағы халыҡ Өфөнән ҡайтарылған обелискты ҡуйыуҙан да ситтә тороп ҡалмай. Кемдер иҙмә эшләгән, ҡайһы берәүҙәр биләмәне кәртәләү менән шөғөлләнгән. Ауыл уртаһында асылған обелискта ауылдаш-фронтовиктарҙың исем-шәрифтәре яҙылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика