«Башнефть» компанияһы яғыулыҡҡа йәнә хаҡ күтәрҙе

«Башнефть» компанияһы яғыулыҡҡа йәнә хаҡ күтәрҙе   24.09.2014

Бөгөндән «Регуляр Евро-92» маркаһының бер литры  31 һум 30 тин,  «Премиум Евро-95» бензины  34 һум 80 тин тора.

Бынан тыш, «Atum-92» яғыулығы 31 һум 80 тингә, «Нормаль-80» 30 һум 50 тингә тиклем арттырылды. Ә бына «Супер-98» бензины менән «Евро» дизель яғыулығына хаҡ элекке кимәлдә ҡалды. Хаҡтарҙың үҙгәреүен «Башнефть» компанияһы яғыулыҡҡа акциздарҙың үҫеүе, инфляция һәм күмәртәләп һатыу баҙарында нефть продукттарына ихтыяждың ҙур булыуы менән аңлата. Бер үк ваҡытта «Лукойл» яғыулыҡ станцияларында хаҡтарҙың тағы ла юғарыраҡ булыуы күҙәтелә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика