«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Ғәжәп Башҡортостан» проектының башланыуына арналған матбуғат конференцияһы үтте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында «Ғәжәп Башҡортостан» проектының башланыуына арналған матбуғат конференцияһы үтте 09.11.2015

Сарала Башҡортостан Ҡыш бабайының баш ҡунаҡ тирмәһе урыны билдәләнде. Яңы йыл хужаһының резиденцияһы Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы янында, йәғни Торатау итәгендә урынлашасаҡ.

Вячеслав Ғиләжетдинов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Һайлап алыуҙың беренсе критерийы - алыҫлыҡ. Өфөнән 200 саҡрымдан  алыҫ һәм юлда үткән ваҡыт сәғәт ярымдан да оҙағыраҡ булмаҫҡа тейеш. Икенсеһе - объект, йәғни, Торатау. Тау янында атта йөрөү кеүек ҡыҙыҡлы саралар үткәрергә була».
Яңы йыл байрамдарында турист маршруты буйлап сәғәт һайын махсус экскурсия автобустары йөрөйәсәк. Улар ҡунаҡхана, музей, Яңы йыл шыршылары янында туҡтаясаҡ. Ошо туҡталыштарҙа теләге булған һәр кем экскурсияға ҡушыла ала.
Марина Игнатьева, Башҡортостандың экскурсоводтар гильдияһы рәйесе: «Өфөлә балаларҙы ла, ололарҙы ла ҡыуандырырлыҡ йондоҙ яныуына шатмын. Балалармы, әллә ололар нығыраҡ шатланырмы - быныһын әйтә алмайым. Сөнки байрамда ололар ҙа бала-сағаға әйләнеп китә. Яңы йыл - ул шатлыҡ! Экскурсия дауамында барыһына ла шатлыҡ бүләк итке килә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика