Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт  комитеты 2014 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны 22.01.2015

Комитет белгестәре торлаҡ фонды секторында 50 меңгә яҡын ҡағиҙә боҙоу осрағын теркәгән. Уларҙың күбеһе биналарҙы хеҙмәтләндереүгә ҡағыла. Шулай уҡ инспекторҙар фатир хужаларының мөрәжәғәттәре буйынса эшләй, коммуналь түләүҙәр менән бәйле мәсьәләләрҙе асыҡлай. Быйыл  ғәҙәттәге эшмәкәрлек менән бер рәттән комитет идарасы компанияларҙы лицензиялай башлай.  

Подвалда бер аҙна инде туҡтауһыҙ һыу аға. Ә коммуналь хеҙмәттәрҙең иҫе лә китмәй. Исем өсөн генә улар торбаға сепрәк урап ҡуйған, ләкин был сара мәсьәләне хәл итмәй.
Подвалдан дым фатирҙарға күтәрелә. Йорт йыһаздары боҙола, стеналар ҡуба. Ә коммуналь хеҙмәттәр тишек торбаны алмаштырырға ашыҡмай.
Ә бына Салауат ҡалаһының күп ҡатлы йорттарында йәшәүселәр идарасы компаниянан эшләнгән ремонт тураһында күпие генә отчет талап итмәһен, аныҡ яуап ала алмай. Йәнәһе, барлығы ике миллион һум тотолған, ә етешһеҙлектәрҙе һанай китһәң, ҡул бармаҡтарың етмәҫ. Милек хужалары һорау биреүҙән туҡтамағас, идарасы компания уларҙан үҙҙәренсә үс алырға була.
Нина Аҡсурина, Салауат Юлаев урамының 20-се һанлы йортонда йәшәүсе: «Беҙ блокадала ҡалдыҡ тиергә лә була. Ихатанан сүпте сығармайҙар, инженер селтәрҙәр тикшерелмәй. Кисәнән алда авария булды, төҙөкләндереүҙе үҙебеҙ эшләнек».
Быға оҡшаш ваҡиғалар коммуналь торлаҡ секторында йыш күҙәтелә. Яҡын арала идарасы компанияларҙың баш-баштаҡлығы кәмергә тейеш. Республикала уларҙың эшмәкәрлеген лицензиялау, ойошма етәкселәрен аттаестациялау эше бара. Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре әйтеүенсә, әлегә эшләүсе 300 идарасы компанияның 15 процентҡа яҡыны процедураларҙы үтә алмаясаҡ.
Шулай уҡ хәҙер идарасы компанияның эшен контролдә тотоу еңелләшә. Әгәр ҙә бер йортто хеҙмәтләндереү буйынса ике тапҡыр  шелтә бирелһә, бина икенсе ойошма ҡарамағын күсә. Был беренсе аҙым ғына.
Әгәр ҙә идарасы компанияның эше менән уның ҡарамағында булған бөтә йорттарҙың 15 проценты ҡәнәғәт булмаһа, ойошма бөтөнләй лицензияһынан ҡолаҡ ҡаға. Был осраҡта ул эшмәкәрлеген дауам итә алмай. Тик был йорттар ҡарауһыҙ ҡала тигәнде аңлатмай. Фатир хужалары яңы идарасы компанияны үҙҙәре һайлай ала, йә иһә был ролгә муниципаль ойошма тәғәйенләнә.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика