Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бөгөн йыл йомғаҡтарын барланы

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бөгөн йыл йомғаҡтарын барланы 26.12.2014

Тантанала билдәләнеүенсә, уҙып барған йылда республика халҡына төрлө ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килде.  Башҡортостандың ҡайһы бер район-ҡалалары тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян күргәндә, республикабыҙ Украина ҡасаҡтарына һәм Ҡырымға ярҙам ҡулы һуҙғанда ла ведомство вәкилдәре был сараларҙан ситтә ҡалманы.

2014 йыл шулай уҡ минималь эш хаҡының күтәрелеүе менән дә иҫтә ҡаласаҡ. Сара сиктәрендә республика тормошон яҡтыртҡан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре лә тәбрикләнде. Улар араһында  хеҙмәттәштәребеҙ Рәмилә Исмәғилева менән Юлиә Тютина ла бар. Тырыш журналистарға министрлыҡтың Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Ленара Иванова, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: «Уҙып барған йыл ведомство өсөн еңелдән булманы.  Ҡасаҡтарға, Ҡырым республикаһы халҡына ярҙам күрһәтеү буйынса, көслө дауылдан зыян күреүселәр менән етди эш алып барҙыҡ. Был мәсьәләләрҙе  уңышлы атҡарып сыҡтыҡ, тиер инем. Беҙҙең ошо йүнәлештәге эшмәкәрлектә ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәт».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку