Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға - 85 йәш 16.07.2016

Юбилей алдынан әҙип тыуған яғы Ишембайҙа булып, яҡташтарына ҙур бүләген еткерҙе.

Ҡулъяҙмаларҙа - ауыл, төбәк, ил тарихы, йөҙәрләгән яҙмыш. 65 йыл ғүмерен ижадҡа бағышлаған Ноғман Мусиндың яҙғандарын бергә туплаһаң, ике тиҫтә томға тулыр ине. Юбилей йылында әҙип тулы йыйынтығының 11-се томын ҡулға алырға тора. Башҡорт әҙәбиәте тарихында был - уникаль күренеш. Хәйер, халыҡ яҙыусыһының ижады күләме менән генә түгел, тәү сиратта йөкмәткеһе менән ҡиммәт.  
Урман ҡуйынында һыйынып ултырған кескәй генә йәйләүҙә донъяға килгән ул, ауыр һуғыш йылдарында буй еткергән, ауылынан беренсе булып урта, һуңғараҡ юғары белем алған. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында Хәким Ғиләжев ойошторған әҙәби түңәрәктә шөғөлләнеү Ноғман Мусинды ныҡлап ижадҡа ылыҡтыра. Артабан мәктәптә, республика газета-журнал редакцияларында, китап нәшриәтендә, Башҡортостан телевидениеһында, Яҙыусылар союзы идараһында эшләгәндә ул бер ваҡытта ла ҡәләмдән айырылмай.  
Ноғман Сөләймән улының һөнәрҙәре күп. Ул - балта оҫтаһы, сабатасы, һунарсы, умартасы, бынамын тигән баҡсасы, оҫта гармунсы. Үҙ ғүмерендә өс йорт күтәргән, әллә күпмеһен төҙөргә ярҙам иткән. Тыуған ауылы Ишембай районының Ҡолғонала һалған ижад йортон, үҙ ҡулдары менән йорт-музей итеп биҙәп, рәсмиләштереп, район халҡына тапшырҙы әҙип.
Йорт-музей, әле төҙөлөп ятҡан социаль-мәҙәни обьект, мәктәп, мәсет менән берлектә, Ҡолғона ауылының үҙәгенә әүереләсәк. Төҙөлөштөң башланып китеүендә, ғөмүмән, ауыл тормошоноң йылдан-йыл күркәмләнә барыуында Ноғман Сөләймән улының да хәстәрлеге ята. 85 йәшлек юбилейын билдәләгәндә, ҙур сәхнәләрҙә ҡотлауҙар ҡабул итеүҙән бигерәк, яҡташтарына аманатын еткереп ҡалыуҙы хуп күрҙе халыҡ яҙыусыһы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика