Башҡортостандың иң сәләмәт хеҙмәткә саҡырылыусылары Бишбүләк, Благовещен, Дыуан, Саҡмағош, Ейәнсура һәм Өфөнөң Дим райондарында йәшәй 04.04.2016

Башҡа төбәктәрҙә лә күрһәткес юғары кимәлдә, саҡырылышты комплектлау буйынса Республика ил буйынса алдынғы урында, тип билдәләнде яҙғы саҡырылыш темаһына арналған матбуғат конференцияһында.

Былтыр Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә 11 меңдән ашыу егет оҙатылған. Республиканың хәрби комиссариаты ҡуйылған план үтәлеше буйынса  Үҙәк хәрби округында иң яҡшыһы тип танылған. Хеҙмәткә алыныусыларҙың 80 процентын 20 һәм унан да өлкәнерәк йәштәге егеттәр тәшкил иткән. Комиссариат вәкилдәре был күренеште частарға ниндәйҙер кимәлдә  тормош тәжрибәһе туплаған, уҡыуын тамалаған йәштәрҙе ебәрергә тырышыуы менән аңлата. Хәрби хеҙмәттән ҡасыусылар темаһы ла көнүҙәк ҡала, үткән йыл ошо сәбәпле 10 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған. Комиссариат вәкилдәрен шула йуҡ  саҡырылыш кампанияһына йәлеп ителеүселәрҙе законлы рәүештә хәрби хеҙмәттән ҡотолдороу юлдарын тәҡдим итеүсе  ойошмалар эшмәкәрлеге лә борсой. Улар әрмегә саҡырылыусыға бер нисек тә законлы рәүештә хәрби билет алып бирә алмай. Улай  ғына ла түгел, был ойошмаларҙың медицина комиссияһы үткәреүгә лә рөхсәте юҡ.
Борис Усатов, Башҡортостан хәрби комиссариатының хәрби-медицина комиссияһы рәйесе:
«Бындай  ойошмалар хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыға законлы рәүештә бары тик юридик ярҙам күрһәтә ала. Ә инде улар ҡулланған алымдар, мәҫәлән егеттең ниндәйҙер ауырыуын табып, хәрби хеҙмәткә саҡырылыуын кисектереү законһыҙ. Башҡортостанда хәрби медицина комиссия үткәреү рөхсәте бер генә шәхси ойошмала бар һәм ул фәҡәт үҙаллы тикшереү үткәрә ала».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика