Башҡортостандан ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны илдең иң юғары наградаһына лайыҡ булды 26.04.2017

Александра Абакумова менән Мамун Ғәтиәтуллин «Ветеран хәрәкәтендә күрһәткән ҡаҙанышы өсөн» ордены менән бүләкләнде. Оло йәшкә еткән яугирҙар һуғыштан һуң әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара, сәнәғәттә эшләй.

Бөгөн дә улар мәктәп уҡыусылары, студенттар менән даими осрашыуҙар ойоштороп, уларҙы патриотик рухта тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Мамун Лотфулла улы 1942 йылдың февралендә Стәрлетамаҡ хәрби училищеһына үҙ теләге менән бара, ярты йылдан һуң фронтҡа эләгә. 15-се гвардия уҡсылар дивизияһында рядовойҙан миномет батареяһы командиры урынбаҫары дәрәжәһенә етә. Еңеү көнөн Прагала ҡаршылай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика