Башҡортостандан 49 мосолман Хаж сәфәренә юлланды

Башҡортостандан  49 мосолман Хаж сәфәренә юлланды 29.08.2016

Быйыл  республиканан  500 диндар  ғибәҙәт ҡыласаҡ. Изге  ғәмәлгә әҙерләнеүсе иң йәш мосолманға 25, иң өлкәненә 80 йәш. Улар республиканан авиарейс менән тәүҙә Мәскәүгә, һуңынан Дубайға  һәм артабан автобуста Мәккәгә йүнәлә.

Ислам динен тотоусылар Ҡәғбәтулла мәсете һәм уның эргәһендәге  биләмәләргә,  Ғәрәфәт тауына, Мѳздәлифә  һәм Мина далаларына сәфәр ҡыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сәйәхәт бөтә хәүефһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып эшләнә. Элек ғибәҙәт ҡылыусылар Сәғүд Ғәрәбстанына Сүриә аша бара ине.  
Хаж ҡылыу йәки хажға барыу, мосолмандар өсөн биш фарыздың иң олоһо. Бәлиғ булған, сәләмәт, ирекле, хәленән килгән мосолман ғүмерендә бер тапҡыр хажға барырға тейеш. Хаж ҡылыу ваҡыты - Зөлхизә айының 8-се көнөнән башланып, 12-се көнөндә тамамлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика