Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланыу менән йылға-күлдәрҙә өс тиҫтәгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән 13.07.2017

Күңелһеҙ статистиканың үҫешенә юл ҡуймау маҡсатында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан «Хәүефһеҙ йәй – 2017» акцияһы ойошторолдо. Профилактик сара баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә урынлашҡан «Теплое» күлендә үтте.

Уның сиктәрендә республиканың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡыу-методика үҙәге белгестәре бер төркөм балаларға һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Практик дәрестәр аша хәүефһеҙлек саралары тураһында аңлатты. Малай-ҡыҙҙар махсус тренажерҙарҙа тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә лә өйрәнде. Күләмле акция йәй дауамында барасаҡ.
Фәрхәт Ҡотлоғужин, Башҡортостандың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡыу-методика үҙәге етәксеһе урынбаҫары: «Хәүефһеҙ йәй – 2017» акцияһы сиктәрендә Башҡортостандың һыу объекттарына рейдтар ҙа уҙғарабыҙ. Ата-әсәләрҙе йылға-күл буйҙарында балалар артынан даими контроль булырға тейешлеге хаҡында даими иҫкәртәбеҙ.  Һыу инеү  ҡулайлаштырылған махсус урындарҙа ғына рөхсәт ителә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика