Башҡортостанда Ҡытай һәм Яҡын Көнсығыш илдәре менән туризм өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлек нығый

Башҡортостанда Ҡытай һәм Яҡын Көнсығыш илдәре менән туризм өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлек нығый 04.03.2017

Әлегә туристар өсөн төбәктә  ял көнө «Ҡыҙыл» маршруты, хәләл «Йәшел» тур әҙерләнгән. Былтыр республикала яҡынса миллион ярым кеше ял итә, уларҙың 67 меңе сит илдәрҙән. Быйыл был күрһәткесте ике тапҡырға арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн эске туризмды ете кластер ярҙамында үҫтереү планлаштырыла.

«Өфө», «Бөрйән», «Асылыкүл», «Ҡандракүл», «Нөгөш», «Павловка һыуһаҡлағысы» һәм «Урал легендалары» тип исемләнгән кластерҙарҙа, тәү сиратта, туристар өсөн уңайлыҡтар булдырыу ҡарала.  Йылға-күлдәр янында ял булһынмы, тау саңғыһы спорты, эшлекле, йә ауыл туризмы - был йүнәлештәрҙең барыһы ла сит ил граждандары өсөн дә ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Әйтәйек, «Бөрйән» кластерына «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһе, Йомағужа һыуһаҡлағысы, «Морат Туғай» кемпингы инә. Ял итеүселәр һанын арттырыу маҡсатында был төбәктәрҙә ҡунаҡхана, бассейндар, туристик базалар төҙөү ниәтләнә. Был эштәр Федераль маҡсатлы программа һәм инвесторҙар ярҙамында башҡарыласаҡ. Проектлау мәсьәләһе менән республика шөғөлләнәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика