Башҡортостанда йәшәүселәр 31 декабргә тиклем адреслы социаль түләүҙәргә ғариза яҙа ала

Башҡортостанда йәшәүселәр 31 декабргә тиклем адреслы социаль түләүҙәргә ғариза яҙа ала 08.12.2014

2014 йыл уртаһында торлаҡ-коммуналь өлкәлә яңы тарифтар билдәләнгәндән һуң, республика Хөкүмәте халыҡтың финанс сығымдарын еңеләйтеү өсөн, 1 июлдән төбәк ҡаҙнаһы иҫәбенә адреслы социаль түләүҙәр индерҙе. Был компенсация , берлектәге түләүҙәр күләме суммаһы 12 процентҡа артыусыларға тәғәйенләнә.

Адреслы социаль ярҙам алыу өсөн 31 декабргә тиклем идарасы компанияға, күп функциялы үҙәктәргә йәиһә Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта адреслы социаль ярҙам юллаусыларҙың быға тиклем түләүҙәре өсөн бурыстары булмаҫҡа тейеш. «БашРТС» компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо йылдың 1 декабренә идарасы компаниялар һәм физик шәхестәрҙең йыллыҡ һәм эҫе һыу өсөн бурысы 2 миллиард 600 миллион һумға еткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика