Башҡортостанда   йәшәү минимумы арттырыласаҡ 14.10.2014

Киләһе йыл ул 6 мең 513 һум күләмендә билдәләнәсәк. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты депутаттары ошо туралағы закон проектын сираттағы ултырышҡа сығара.

Быға тиклем йәшәү минимумы 6 мең 70 һум ине. Пенсияһы ошо кимәлдән түбән булғандар өҫтәмә түләүҙәр ала. Уның күләме уртаса мең һумдан ашыу. Башҡортостанда айырманы йөҙ мең тирәһе кеше ала. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы йәшәү минимумын йылдам үҫешкән инфляцияны, ҡулланыусылар кәрзиненә хаҡтарҙың артыуын иҫәпкә алып күтәрә. Шулай ҙа ул Рәсәйҙең уртаса күрһәткестәренән түбәнерәк.

Депутаттар етемдәрҙе патронатҡа биреү эшендә лә үҙгәрештәр индермәксе. Ауыр енәйәт ҡылып хөкөм ителеүселәр һәм бала ҡарауға махсус әҙерлек үтмәгән ғаиләләр патронатҡа бала ала алмаясаҡ. Дөрөҫ, үҙгәрештәр ҡағыҙҙа ғына, ә енәйәтселәргә балалар быға тиклем дә бирелмәй ине.

Татьяна Хурсан, Башҡортостан Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе: «Был закон федераль ҡануниәткә яраҡлашыу өсөн генә ҡабул ителә. Ауыр енәйәт ҡылыусыларға, тәрбиә буйынса әҙерлек үтмәгән кешеләргә беҙ быға тиклем дә балаларҙы патронатҡа бирмәй инек. Ниндәй статья буйынса хөкөм ителмәһен, бындай граждандар категорияһына бала тапшырыу айырым ҡарала ине».

Халыҡ һайланыусылары баш ҡаланың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын республика иҫәбенә күсереүҙе күҙаллаған закон проектын да ҡараны. Был документ беренсе уҡыуға сығарыла һәм уны Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим итә. Ведомство белгестәре фекеренсә, был үҙгәрештәр сығымдарҙы кәметеп, берҙәм идаралыҡ системаһы булдырырға ярҙам итәсәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика