Башҡортостандағы иң ҙур фонтан 30 июндә асыла

Башҡортостандағы иң ҙур фонтан 30 июндә асыла 27.06.2015

Киңлеге 18, бейеклеге дүрт метрға еткән «Ете ҡыҙ» композицияһы Өфөнөң Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янында урынлашҡан.

«Ете ҡыҙ» бейеүе Фәйзи Ғәскәров исемендәге башҡорт  дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репертуарынан төшкәне юҡ. Уны Фәйзи Әҙеһәм улы 1955-се йылда уҡ сәхнәгә ҡуйған.  
Бронза  һындар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистарының күсермәһе. Был композиция ҡалала иң ҙур фонтандарҙың береһе.  Ул төҫлө һәм музыкаль итеп эшләнгән.
Ете ҡыҙ легендаһының тарихы Баймаҡ районындағы Ҡыл табан, хәҙерге Күлтабан  күленә бәйле. Башҡортостан уҡытыусыһы журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әминә Раҡаева был хаҡта  бәләкәй сағынан уҡ өләсәһе һөйләүҙәре буйынса белә. Ҡаҙаҡ баҫҡынсыларынан урланған  бер туған ете ҡыҙҙың табандарын ярып ҡыл һалһалар ҙа, улар  баҫҡынсыларға баш эймәй.      
Әминә Раҡаева, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире урынбаҫары: «Һәм ҡыҙҙар ошо күл буйына килеп етә. Ҡаҙаҡ баҫҡынсылары  уларҙың артынан ҡыуып етеп килгәс ҡыҙҙар күп уйлап тормай күлгә ташлана. Өләсәйем һөйләүе буйынса уларҙың береһе генә иҫән ҡала. Ул ҡурайҙы өҙөп шунан көпшә эшләп  күл төбөндә  ҡаҙаҡ баҫҡынсыларынан ҡотолоп ҡала».
Башҡортостандың  халыҡ артисы Риф Ғәбитов та Әминә ханымдың фекере менән килешә.  
Риф Ғәбитов, Башҡортостандың халыҡ артисы: «Әлбиттә, композицияның  башҡорт халыҡ легендаһына нигеҙләнеүе тарихи ваҡиға әйләнәсәк.  Мин уны ете ҡыҙға ғына арнап эшләнгән тип уйламайым. Ә ошо бейеүҙе сәхнәләштергән Фәйзи Ғәскәровҡа ла ҡуйылған һәйкәл тип ҡабул итәм».
«Ете ҡыҙ» бейеүендә Фәйзи Ғәскәров  башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң күркәм сифаттарын -  нескә күңелле, шул уҡ ваҡытта көслө рухлы булыуҙарын күрһәтә алған.  Ер шарының  төрлө илдәре сәхнәләрендә «Ете ҡыҙ» яратып ҡабул итәләр.
Зөһрә  Бураҡаева, Рәсәйҙең һәм  Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы:
«Был бейеүҙе хатта Игорь Моисеев үҙенең репертуарына алған. Улар ҙа илдән-илгә йөрөй».
Күптәр «Ете ҡыҙ» композицияһын  Мәскәүҙәге төрлө милләт вәкиле -  16 эшсе ҡыҙға ҡуйылған һәйкәл менән сағыштыра. «Ете ҡыҙ» фонтаны ла  Өфөнөң иң иҫтәлекле урындарына әйләнәсәгенә ышаныс ҙур.
Розалиә Йәнбәкова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку