Бөгөн Өфөлә үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

Бөгөн Өфөлә үҙенсәлекле күргәҙмә  асылды 14.10.2014

Ҡунаҡсыллыҡ форумына төбәктең дөйөм йәмәғәт туҡланыу селтәрҙәре, ресторан һәм ашханалар етәкселеге, ашнаҡсылар йыйылды.

Күргәҙмәгә Мәләүездән килтерелгән аҙыҡҡа сират барлыҡҡа килде. Рима Күлбаева боронғо милли аҙыҡ - талҡанды һатыуға сығарған. 70 төрлө сирҙән дауа - милли аҙыҡҡа бөгөн һорау ҙур, тип бүлешә продукцияны етештереүсе.

Ҡунаҡсыллыҡ форумына республика кондитерҙары төрлө ҡамыр аҙыҡтары, һый тулы өҫтәлдәр әҙерләгән. Махсуслаштырылған күргәҙмәлә сәк-сәк, бәлеш, ҡаҡ кеүек милли аш-һыу менән бер рәттән заман талаптарына ярашлы кондитер ризыҡтары, торт, майҙан төрлө һындар күрергә мөмкин. Барыһы ла төбәктә үҫтерелгән продукциянан эшләнгән. Сит ил аҙығы ары торһон.

Ҡунаҡсыллыҡ форумы сиктәрендә ашнаҡсылар һынау тотто. Конкурсанттарға жюри ағзалары биргән аҙыҡтан бер сәғәт эсендә тәмле аҙыҡ әҙерләү шарт. Ул матур биҙәлергә лә тейеш. Алты йыл ашнаҡсы булып эшләгән Әбйәлил егете бәйгегә үҙ көсөн һынарға килгән.

Ҡунаҡсыллыҡ форумы сиктәрендә күргәҙмәлә мебель етештереүсе ойошмалар ҙа ҡатнашты. Саммитар алдынан баш ҡалала ҡунаҡханалар төҙөлә, уларҙы заман талаптарына ярашлы йыһазландырыу, ҡунаҡтарҙы тейешле хеҙмәтләндереү мөһим. Шуға күрә урында оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштороласаҡ. Ә бына Европаны Европа аҙығы менән аптыратып булмаясаҡ, шуға күрә иғтибарҙы милли аҙыҡҡа һәм урындағы етештереүселәргә йүнәлтергә кәрәк, тиелде форумда. Ҡунаҡсыллыҡ форумы 16 октябргә тиклем дауам итә.

Л.Тунасова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика