Башҡортостанда «Турникетһыҙ көн» акцияһы үтә

Башҡортостанда «Турникетһыҙ көн» акцияһы үтә 05.06.2015

Был көндө теләгән һәр кем республикала эшләүсе төрлө тармаҡ предприятиеларына инеп, эш барышы менән таныша ала. Халыҡтың тауар етештереү процесы , предприятие тарихы, һөнәр үҙенсәлектәре менән ғәмәлдә танышыу мөмкинлеге бар. Был әйбер нисек етештерелә?

Йөҙ йыллыҡ тарихы булған «Юбилейное» печеньеһын яратмаған кеше юҡтыр. Әммә был тәмлекәстең нисек эшләнеүе хаҡында уйланған кеше һирәктер.  Кондитерҙар әйтеүенсә, иң тәмле печенье бешереү өсөн дә иң ябайы.
Был печеньеның рецебын барыһы ла яҡшы белә. Әммә өйҙә бешерелгән тәмлекәс предприятиела етештерелгәненән күпкә айырыла. Цехтарҙа ҡамырға тәм көсәйткестәр өҫтәлә. Әҙер ҡамыр автоматлаштырылған линияға оҙатыла. Бында ул барыһына ла яҡшы таныш формаларға һалына. Операторҙарға брак үтмәүен күҙәтергә генә ҡала. Машина кешенең үткер күҙен алыштыра алмай. Оператор контролен үткән буласаҡ тәмлекәстәр артабан мейескә инеп китә. Һыуытылған печеньелар ҡаптарға тултырыла. Бында иң етеҙ ҡуллы ҡыҙҙар эшләй. Улар сменаһына 5 йөҙ ҡап кондитер ризығын магазиндарға оҙата.
һатыуға оҙатылыр алдынан печенье тултырылған ҡаптар һуңғы тикшереү үтә. Бында уның ауырлығын үлсәйҙәр
Печенье етештереү тулыһынса тиерлек автоматлаштырылған. Әммә техниканың боҙола торған сифаты ла бар. Шуға күрә ҡул көсө алыштырғыһыҙ. Байтаҡ тәмлекәстәр бында ҡулдан эшләнә.
Халыҡта ризыҡты етештереү мәлен күргәндәр уны ашамай, тигән фекер йөрөй. Әммә «Асыҡ турникет» акцияһында ҡатнашыусылар был имеш-мимештең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен асыҡланы.
Асыҡ турникет  акцияһы республиканың күп кенә предприятиеларында үтә. Йәштәр төрлө әйберҙәрҙең  етештерелеү технологиялары менән таныша ала. Сараның маҡсаты киләсәк быуында эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү  уятыу.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку