Башҡортостанда өс йөҙҙән ашыу һунарсыға штраф һалынған

Башҡортостанда өс йөҙҙән ашыу һунарсыға штраф  һалынған 08.09.2015

Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, һунар миҙгеле башынан алып һунарсылыҡты күҙәтеү  ведомствоһы полиция менән ойошторған  рейд ваҡытында  дүрт йөҙҙән ашыу һунарсы тикшерелгән, уларҙың  ун дүрте   рөхсәтһеҙ януар аулаған. Йыл башынан өс йөҙҙән ашыу һунарсы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Утыҙ өс мышы, биш ҡоралай, туғыҙ ҡабан һәм ике айыу законһыҙ   атып алынған. Тәбиғәткә зыян килтереүселәрҙән ике миллион һум күләмендә штраф түләтелгән.  Утыҙ кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку