Башҡортостанда наркотик ҡулланыусылар рәсми күрһәткестәргә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк

Башҡортостанда наркотик ҡулланыусылар  рәсми күрһәткестәргә ҡарағанда байтаҡҡа күберәк 19.03.2015

Ысынбарлыҡта тилерткес матдәләр менән мауығыусылар  40 меңгә етеүе ихтимал.

Республиканың наркоманияға ҡаршы көрәш комиссияһында сығыш яһап Рөстәм Хәмитов  афәтте иҫкәртеү яңы кимәлгә күтәрелергә тейеш, тип билдәләне. Сөнки социаль сиргә ҡаршы көрәш һуңғы йылдарҙа һүлпәнәйгән. Әммә, наркодилерҙар йоҡламай. Улар үлем таратыуҙың яңынан-яңы алымдарын уйлап таба. Рөстәм Хәмитов үҫмерҙәр араһында аңлатыу эштәре алып барыу, диспансер тикшереү, социаль-психологик тестарҙы әүҙемләштереү мөһимлеген белдерҙе. Юҡһа иҡтисади көрсөк осоронда социаль сирҙәрҙең тағы киҫкенләшеү ихтималлығы ҙур, тине төбәк етәксеһе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку