Башҡортостанда иң яҡшы кондуктор һәм автобус водителен асыҡланылар 22.08.2014

Өфөлә «Башавтотранс»  йәмғиәтенең һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте. Билет һатыусылар тиҙлеккә пассажирҙар хеҙмәтләндереүҙә ярышһа, водителдәр төрлө ҡаршылыҡтар ҡуйылған маршрутты үтеүҙә көс һынашты. Йәмғеһе конкурс финалында республика райондарынын килгән 32 команданан 150 кеше ҡатнашты.

Автобус салонында ҡала транспортындағы ысынбарлыҡ . Бына хаҡлы ялдағы ханым ултыра, ә бында - студент. Кемдер кондукторға бәйләнеп маташа, берәүҙәргә транспорт картаһы кәрәк. Һәр береһенең үҙ кәйефе һәм билет һатыусыға ҡарата мөнәсәбәте. 15 йылдан ашыу кондуктор булып эшләүсе Асия Шәрәфуллина бындай шарттарға күнегеп бөткән. Йылдар дауамында тупланған тәжрибә ярҙамында ул конкурс талаптарын теүәл үтәп сыға алды.

Конкурсҡа урындағы һайлап алыу турҙарын үтә алып, 14 кондуктор килгән. Улар тиҙлеккә пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү, кеше менән аралаша белеү буйынса көслөләрҙе асыҡланы. Шул уҡ ваҡытта билет һатыусылар иғтибарлы булыуы ла шарт. Сәйер тойолған пакеттар, онотоп ҡалдырылған әйберҙәр уларҙың күҙ уңында булырға тейеш.

Бөгөн иһә водителдәргә ҡапыл тормозға баҫыу тыйылманы. Киреһенсә, юғары тиҙлектә билдәләнгән маршрутты үтеү - пассажирҙар транспорты водителдәренә ҡуйылған төп талап. Шулай ҙа юлдағы ҡағиҙәләр юҡҡа сығарылмаған. Дистанцияла төрлө ҡаршылыҡтар һәм һынауҙар ҡуйылған.

Көндәлек эштә башҡа транспортты ла контролдә тотоу кәрәк. Тап шуға ла автомобилдәр хәрәкәте көслө булған ҙур ҡала водителдәре ярышта яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Конкурс та пассажирҙар хеҙмәтләндереү сифатын, водителдәр һәм кондукторҙарҙың һөнәри оҫталығын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Көндәлек тормошта яғымлы кондукторҙар һәм юғары тәжрибәле водителдәр бик аҙ. Хәйер, халыҡ уларға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә шундай уҡ яуап ала. Тимәк, пассажирҙарға йәмәғәт транспорты хеҙмәткәрҙәренең хәленә инеп яғымлы мөғәмәлә күрһәтеү мөһим.

А.Кәбиров


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика