Башҡортостанда "Ҡаргиҙәр" операцияһы башлана

Башҡортостанда "Ҡаргиҙәр" операцияһы башлана 31.01.2017

Февраль аҙағына тиклем дауам итәсәк  махсус операция барышында ошо төр техниканы файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү буйынса саралар үткәрелә.  

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ был транспорт төрөн хәүефһеҙ тип ҡабул итергә өйрәнгән. Әммә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәгәндә ҡаргиҙәр менән дә бәләгә осрарға мөмкин.  Был транспортты йөрөтөүселәр тиҙлекте арттырырға ярата. Һөҙөмтәлә, ял итергә сыҡҡан кешеләр ҡазаға тарый. Шуға ҡарамаҫтан ҡаргиҙәрҙә йөрөргә яратыусылар  йылдан-йыл арта. Быға республикала ҡышҡы спорт төрҙәренең таралыуы ла булышлыҡ итә.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4 мең дән ашыу ҡаргиҙәр теркәлгән. Айлыҡ  барышында транспорттың төҙөклөгө һәм уның менән идара итеү өсөн документтар тикшереләсәк. Бының өсөн тракторист йәки АI категориялы тракторист-машинист таныҡлығы булыу кәрәк. Ҡаргиҙәр транспортын һатып алған осраҡта уның хужаһы 10 тәүлек эсендә техникаһын Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһында теркәргә тейеш. Юғиһә, 1 500 һумдан 2 мең һумғаса штраф ҡаралған. Юридик шәхестәр ҡаргиҙәрен теркәмәгән осраҡта 5 мең һумдан 10 мең һумғаса штраф ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика