Башҡортостанда 88 ойошма һәм 2 меңдән ашыу шәхси эшҡыуар такси хеҙмәте күрһәтә 18.01.2017

Халыҡта «Бомбила» тип йөрөтөлгән рөхсәтһеҙ эшләгән таксистар һаны кәмей бара. Был пассажир ташыусыларҙы легалләштереү һәм эшмәкәрлек алып барыу шарттарын ябайлаштырыуға бәйле, ти белгестәр. Икенсенән, халыҡ үҙе лә төҙөк һәм уңайлы транспорт сараһын һайлай. Талаптарға такси хеҙмәте лә яраҡлашырға тырыша. Нисек булырға тейеш яҡшы такси?

Рәфис Абдрафиҡов үҙ сменаһын башлау өсөн алмашсыһынан  автомобиль ҡабул итә. Документтарын ҡарай, автомобилдең төҙөклөгө тикшерә. Салонда таксометр, такси шашкаһы, квитанциялар булыуы ла шарт. Бар ҡағиҙәләр үтәлеп кәрәкле әйберҙәр тупланғас ҡына транспорт сараһына ҡабул итергә рөхсәт ала.
Автомобиль ҡабул итер алдынан һәр водитель дә юллама алырға һәм табип тикшереүе үтергә бурыслы. Руль артына ултырыусының эскәнме, юҡмы икенлеге генә түгел, ҡан баҫымы, дөйөм хәле, хатта, психологик торошо ла тикшерелә. Барыһы ла яҡшы булған хәлдә генә юлға сығырға рөхсәт бирелә.
Михаил Гасников, такси хеҙмәте етәксеһе: «Йәштәргә спиртлы эсемлектәр һатҡанда паспортын һорайҙар. Ә шул уҡ такси шашкаһын бер ниндәй документһыҙ һәр ерҙә лә һатып алыу мөмкин. Автомобиле булған һәр кеше шашка ҡуйып үҙен таксист тип әйтергә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта уны рөхсәтһеҙ урынлаштырыу закон менән тыйыла. Был осраҡта инде уңайлыҡ түгел, хәүефһеҙлек саралары ла үтәлмәй. Беҙ  быға ҡаршы».
2011 йылдан алып Башҡортостандың  транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты пассажир ташыуға12 меңгә яҡын  рөхсәт биргән. Әле республикала 88 ойошма һәм 2182 шәхси эшҡыуар такси хеҙмәте күрһәтә. Рөхсәтһеҙ эшләгән водителдәр кәмей, ти белгестәр. Быға пассажирҙар ташыу тураһындағы республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү ҙә булышлыҡ итә.
Азат Мостафин, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: «Быға тиклем такси автомобилдәре һары төҫтә генә булырға тейеш ине. Хәҙер был талап юҡ. Аҡ һәм ҡара төҫтәр ҙә өҫтәлде. Был ташламалар шәхси таксистарға күләгән сығыу һәм рәсми рәүештә эшләү уңайлығы бирҙе». Әлбиттә, буш ваҡытында аҡса эшләп алырға  һәм арзаныраҡ хаҡҡа юл йөрөргә яратыусылар бар саҡта лицензияһыҙ эшләүсе «бомбилалар» ҙа бөтмәйәсәк. Ләкин бындай такси хеҙмәте менән файҙаланғанда хәүефтең дә юғары булыуын һәм күңелһеҙ хәлдәр эҙемтәләре өсөн дә бер кем дә яуап тотмауын иҫтән сығарырға ярамай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика