Башҡортостанда 8 сүп-сар эшкәртеү заводы һәм полигон төҙөү ҡаралған

Башҡортостанда  8 сүп-сар эшкәртеү заводы һәм полигон төҙөү ҡаралған 27.07.2015

Сөнки республикала рөхсәт ителмгән сүп-сар өйөмдәренең һаны арта бара, әле уларҙың иҫәбе  2 мең ярым тирәһе.  Яңы полигондарҙың береһе Иглин районында урынлашырға тейеш, әммә  халыҡ завод төҙөүгә ҡырҡа ҡаршы сыҡҡан.   Иглиндар  ауыл  хакимиттәренең  дөйөм  полигонын ойоштороуға ла риза түгел.  Улар фекекренсә, һәр ауылдың үҙ урыны булырға һәм  тәртипте ерле халыҡ тәьмин итергә тейеш. Бөгөн Аҡбирҙе биләмәһенә ҡараған  Үренде ауыл халыҡ ла ошо мәсьәлә буйынса йыйылш үткәрҙе.

Үренделәрҙең ҡарары бер,  тау итәгендәге шишмә буйында яңы зыярат һәм  полигон төҙөүгә  юл ҡуйырға ярамай. Сөнки  был обьекттар 4-5 ауылға иҫәпләнгән һәм унда тәртип урынлаштырыу ҡыйынға төшәсәк. Икенсенән,   полигон һәм зыярат өсөн урын да дөрөҫ һайланмаған..

Ауыл халҡы әйтеүенсә,  был тирәлә борондан төйәкләнгән ерле халыҡтан тыш  дача хужалары ла күп. Ә ялдан һуң уларҙан  сүп-сар  өйөмдәре тороп ҡала.  Туҙып йөрөгән  көнкүреш ҡалдыҡтарына ла  ошо ҡунаҡтар сәбәпсе, ти Үренделәр.

Үренделәр  йыйылышта яңы зыярат һәм  полигон төҙөү урынына  әлегеләрен тәртипкә килтерергә килеште.   Ял итеүселәрҙән ҡалған  көнкүреш ҡалдыҡтары туҙып йөрөмәһен өсөн  сүп-сарҙы йыйыу ойоштороласаҡ.  Алдан таратылған ҡаптарҙы  ауыл буйлап  аҙнаһына бер тапҡыр  махсус машина йыйып аласаҡ.  Әммә белгестәр  фекеренсә, киләсәктә  барыбер заман технологияларын индерергә тура киләсәк,  сөнки көнкүреш ҡалдыҡтарын  йыйыү ғына түгел, эшкәртеү ҙә зарур. Ә рөхсәт ителмәгән сүплектәр тулыһнса бөтөрөлөргә тейеш, әле иглин районында ғына уларҙың һаны 40-тан ашыу. Яңы заводтар юғары экологик  стандарттар буйынса  төҙөлә һәм улар тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Был  яңылыҡты хуплаусылар ҙа күп. Мәҫәлән, Иглин районының Келәш ауылында йәшәүсе Зәйнәғәбдиновтар  әйтеүенсә,   һәр  төбәктә сүп-сарҙы бүлеү,  эшкәртеү  комплекстары булырға тейеш. Юғиһә  ауыл яндары  сүплеккә әйләнәсәк. Әле  ғаилә йәшәгән Келәш ауыл эргәһендә лә 200 метрлыҡ  сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килгән, балаларҙың сәләмтлеге өсөн борсолам, ти йәш әсә.

Әлбиттә халыҡ бөтә районға, йәки бер нисә ауылға иҫәпләнгән  ҙур полигондар    тирә-йүнде бысратыр,   умартасылыҡ менән шөғөлләнергә, баҡса үҙтерергә ҡамасаулар тип борсола. Әммә экологтар был  дәғүәләр нигеҙһеҙ тип иҫәпләй, ерҙә  ятып  серегән көнкүреш ҡалдыҡтары күпкә зарарлыраҡ.

Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика