Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектә мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектә мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә 04.11.2015

Беҙ ярҙамға мохтаж балалар тураһында яҙмалар күрһәтә киләбеҙ. Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында йәшәүсе  Виктория Алтухова йөрәк сирен менән яфалана. Ике йәшлек ҡыҙға тиҙ арала операция яһау талап ителә. Бының өсөн 136 мең 157 һумлыҡ имплант һатып алырға кәрәк. Ғаилә  мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөтләнә.

Виктория бик ҡыҙыҡһыныусан бала. Апаһы менән көндәр буйы өйҙә һүрәт төшөрөп, китаптар уҡып ултырырға күнеккән. Урамға бик сығып бармайҙар. Викторияның иммунитеты түбән булғас тиҙ генә һыуыҡ тейеп бара. Сабыйға тыуыу менән ике ҡатмарлы сиргә  диагноз ҡуйыла. Тәүгеһенә туғыҙ айлыҡ сағында операция яһайҙар. Наркоздан һуң бала ауырлыҡ менән төҙәлә. Етмәһә йөрәк сиренән интегә.
Елена Алтухова, Викторияның әсәһе: «Ҡыҙымдың йыш ҡына күҙ тирәһе күгәрә,  тыны ҡыҫыла, тиҙ арый, төндә тынысһыҙ йоҡлай. Наркоздан һуң үҫеше артта ҡалды, әле лә йүнләп кенә һөйләшә алмай».
Виктория  башҡа балалар кеүек көлөп,шаярып та бармай. Сәләмәтлеге уның кәйефендә лә ныҡ сағыла. Исеме – «еңеү» тигән мәғәнә аңлата, шуға бирешергә уйҙа ла юҡ, бергәләп  ауырлыҡты еңеп сығырбыҙ тип ышанабыҙ, ти сабыйҙың яҡындары.  
Ксения Алтухова, Викторияның апаһы: «Мин һеңлемде ныҡ яратам. Уны илатмаҫҡа тырышам. Бергәләп уйнайбыҙ. Виктория һауыҡһын ине».
Табиптар билдәләүенсә, Викторияның йөрәгенә операция яһап имплант урынлаштырыу уның  һаулығын яҡшыртасаҡ. Операцияны бушлай Республика кардиоүҙәге базаһында яһаясаҡтар. Тик йөрәктәге кәмселекте бөтөрөү өсөн ҡиммәтле препарат талап ителә. Ике баланы яңғыҙы тәрбиәләгән әсә 136 мең 157 һум аҡсаны үҙе генә йыя алмай. Беҙ Викторияға бергәләп ярҙам итә алабыҙ!  Бының өсөн 5542 һандарына «ДЕТИ» һүҙен яҙып, смс-хәбәр ебәреү ҙә етә. Уның хаҡы - 75 һум. Оператор талап итһә, хәбәрҙе  күп тапҡыр ебәрергә була, тик мобиль оператор аҡсаны күсереүҙе һорағанда раҫлау талап ителә. Шулай уҡ интернетта rusfond.ru/Bashkortostan сайтына инеп, иғәнәнең башҡа төрөн дә һайларға мөмкин. Мәрхәмәтле булайыҡ!  
5542 ҺАНДАРЫНА «ДЕТИ» ҺҮҘЕН ЯҘЫРҒА! СМС-ХӘБӘР ХАҠЫ 75 ҺУМ.

Беҙҙең сентябрҙә эфирға сыҡҡан яҙма геройы - ете йәшлек  Ралина Ғәлиеваға инсулин помпаһын алыу өсөн кәрәкле сумма йыйылған. Уның яҡындары телевизор ҡараусыларға рәхмәт белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя


Возврат к списку