«Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» журналистары, коллегаларыбыҙ тағы ла бер тапҡыр һөнәри оҫталығын иҫбатланы

«Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» журналистары, коллегаларыбыҙ тағы ла бер тапҡыр һөнәри оҫталығын иҫбатланы 12.12.2015

«Медиапрофи» республика журналистика премияһы 2013 йылдың яҙында булдырылғайны. Өсөнсөгә уҙғарылған ижади бәйгегә быйыл ике йөҙҙән ашыу эш ебәрелә. Тема ла уртаҡ – «Үҫеш нөктәләре» тип атала. Ҡәләм оҫталары конкурсҡа уңышлы бизнес инициативалары, сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ хаҡында мәҡәләләрен, видеояҙмаларын ебәрә.

Быйылғы июль «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Максим Окунев өсөн бигерәк тә уңышлы булды. Шос һәм Брикс саммиттарына әҙерлек барышы, ил етәкселәре араһындағы мөһим осрашыуҙар, ултырыштар шаһиты булды ул. Ҡыҙыу сәйәси көндәрҙең йомғаҡтары, эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге яңылыҡтар менән Максим республика халҡын һәр сығарылыш һайын таныштырып барҙы. Тырышлыҡ һөҙөмтәһеҙ үтмәй.
«Медиопрофи» республика журналистика премияһын тапшырыу тантанаһында коллегабыҙ бәләкәй эшҡыуарлыҡтың тәүге форумы хаҡындағы материалы өсөн махсус приз менән бүләкләнде. Ижади бәйгелә хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримованың репортажы ла уңышлы тип баһаланды, ә «Төп тема», «Телеүҙәк» тапшырыуҙары мөхәррире Фәйрүзә Фәтҡуллина «Иң яҡшы интервью» номинацияһында дәртләндереү призы менән бүләкләнде. Әйткәндәй, был конкурста барлығы алты номинацияла республика һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары айырым баһаланды. Мәҫәлән, очерк жанрында Октябрьский ҡалаһынан Сәлиә Ғарифуллинаға етеүсе булмай.Ул ижади конкурсҡа биш материалын ебәрә һәм еңеүгә өлгәшә.
Көйөргәҙенән Гөлназ Йәғәфәрова жюри ағзаларының иғтибарын иҡтисадҡа етди ҡарашы менән йәлеп иткән. «Санкциялар хаҡында борсолоуҙар бушҡа булмаған»,-ти ул.
Номинация еңеүселәренә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр ҙә ҡаралғайны. Әйткәндәй, «Медипрофи»ҙың бағыусылары – «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы, «Радуга» компаниялар төркөмө һәм «Фармленд» дарыухана селтәре ине.
Шулай ҙа быйыл «фотожурналистика» һәм «интернет-проекттар» араһында берәр генә еңеүсе билдәләнде. Ойоштороусылар киләһе йыл был өлкәләрҙә үҙҙәрен һынап ҡарарға теләүселәрҙең күберәк булырына ышана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика