Башҡортостан прокуратураһы суд ҡарары нигеҙендә Өфө дәүләт циркы эшмәкәрлеген туҡтатты 18.05.2017

Ведомство тикшереүенән һуң бинаның ҡыйығына, тамаша залына, тышҡы биҙәлешенә, канализация һәм электр селтәрҙәренә ремонт эштәре талап ителеүе асыҡланғайны. Әлбиттә, сара ваҡытлыса. Шулай ҙа цирк ҡасан үҙ ишектәрен асыры әлегә билдәһеҙ. Сөнки капиталь ремонт 2018 йылға ғына билдәләнгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө дәүләт циркы 1968 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Ул 2 мең тамашасыға иҫәпләнгән. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре бинала янғын хәүефһеҙлеге буйынса етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү кәрәкле тураһында 2015 йылда уҡ иҫкәрткәйне. Әммә ул ваҡытта арена оҫталары эшен туҡтатманы. Был юлы барлыҡ етешһеҙлектәр бөтөрөлмәйесә, цирк тамашасылар ҡабул итә алмаясаҡ, ти суд приставтары.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика