Башҡортостан менән «Роснефть» хеҙмәттәшлек ниәттәрен килешеү менән нығытты

Башҡортостан менән «Роснефть» хеҙмәттәшлек ниәттәрен килешеү менән нығытты 25.01.2017

Документҡа Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән «Роснефть» йәмғиәтенең баш башҡарма директоры Игорь Сечин ҡул ҡуйҙы. Килешеү төбәктең комплекслы үҫеше һәм  уңышлы хужалыҡ итеү эшмәкәрлегенә уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсатында сәнәғәт, финанс һәм социаль программаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы күҙаллай. Унда ҡабул ителгән ҡарарҙың социаль әһәмиәте лә айырым билдәләнә.

Документ нигеҙендә яҡтар күп тармаҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй. Социаль-иҡтисади, мәҙәни, инновация  проекттарын ғәмәлгә ашырыу, тәбиғәт ресурстарын һәм тирә-яҡ мөхиткә насар йоғонтоно кәметеү маҡсатында  һөҙөмтәле технологияларҙы үҙләштереү күҙаллана. Республика менән компания  нефть һәм газ эшкәртеү сәнәғәтен артабан камиллаштырыу, сеймал табыу һәм сығарыу өлкәһендә лә бергә эшләмәксе. Шулай уҡ бензин ҡойоу селтәрҙәрен яҡшыртыу, халыҡты сифатлы яғыулыҡ менән тәьмин итеү, юл-транспорт инфрастуктураһын үҫтереүгә булышлыҡ итеү тураһында ла әйтелә. Яғыулыҡ-майлау материалдары етештереү өлкәһендә импортты алмаштырыу программалларында ҡатнашыу ҙа атап үтелгән хеҙмәттәшлек килешеүе сиктәрендә башҡарыласаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика