Башҡортостан һәм Ҡырым эҙәрмәндәре яуҙа башын һалған яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү эшен берлектә башҡарасаҡ

Башҡортостан һәм Ҡырым эҙәрмәндәре  яуҙа башын һалған яҡташтарыбыҙҙың исемен  мәңгеләштереү эшен берлектә башҡарасаҡ 16.10.2015

Бөтә Рәсәй «Хәтер вахтаһы-2015» сиктәрендә республикабыҙ вәкилдәре  Севостополь ҡалаһы янында эҙләү эштәрендә ҡатнашты. Белеүебеҙсә, Ҡырым менән Севостополь ҡанлы һуғыш үткән ер. Төбәктә башын һалған байтаҡ яугир яҡташтарыбыҙҙың исеме һаман да билдәһеҙ ҡала. Йәш эҙәрмәндәр хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеген тулыһынса асыҡларға маҡсат ҡуйған. Ватаны өсөн йәнен аямаған ата-олатайҙарыбыҙҙы беҙ белергә тейеш тип билдәләй мәктәп уҡыусылары.

Башҡортостан вәкилдәре Мордовияла үткән Бөтә Рәсәй  эҙәрмән отрядтары слетында ла уңышлы сығыш яһаған. Был республикала дөрөҫ алып барылған хәрби-патриотик тәрбиә һөҙөмтәһе тигән фекерҙә Башҡортостан эҙәрмән отрядттары фонды етәксеһе Илдар Бикбаев.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика