Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе эшҡыуарҙары хеҙмәттәшлек ептәрен нығыта

Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе эшҡыуарҙары хеҙмәттәшлек ептәрен нығыта 10.12.2015

Ошо көндәрҙә  республика делегацияһы Екатеринбург ҡалаһында ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек бәйләнешен урынлаштырыу биржаһы эшендә ҡатнашты. Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин белдереүенсә, ике көн дауамында химия сәнәғәте менән металл конструкциялары етештереү өлкәһендә үҙ-ара тауар алышыу хаҡында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.

Маҡсат – күптәнге партнерҙар менән хеҙмәттәшлекте төрлө йүнәлештәрҙә үҫтереү. Бынан тыш, республиканың субконтрактация үҙәге эшмәкәрлеге лә өлкә вәкилдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Яҡын арала Свердловск өлкәһенең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре лә Башҡортостанға яуап сәфәре менән килергә ниәтләй. Яҡтар билдәләүенсә, үҙ-ара хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә отошло буласаҡ.     

Бөгөн беҙ иң яҡын күршеләребеҙ - Башҡортостан эшҡыуарҙары менән осраштыҡ. Республика вәкилдәре беҙгә аныҡ тәҡдимдәр менән килгән. Киләсәктә хеҙмтәшлек ептәре тағы ла нығыр, тип ышанам.   


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку