Башҡортостан гербы, ағастан картиналар һәм башҡа төрлө сувенирҙар

Башҡортостан гербы, ағастан картиналар һәм башҡа төрлө сувенирҙар 24.08.2015

Быларҙың барыһын да Өфөнөң Максимовка ҡасабаһында үткән байрамда һатып алырға мөмкин ине.  "Оҫталар ҡаласағы" тип аталған йәрминкәлә шулай уҡ концерт һәм конкурстар ҙа ойошторолдо.

Был тайыштабанды Наил Кәримов бер тәүлек эсендә эшләгән. Ә бына картиналарҙы төшөрөүгә байтаҡ ваҡыт талап ителә. Оҫта ҡуллы замандашыбыҙ ағас эше менән ярты йыл самаһы шөғөлләнә. Был кәсеп үҙенә күрә табыш сығанағы ла, ти йүнсел хужа. Максимовка ла үткән оҫталар йәрминкәһе быйыл беренсе тапҡыр ойошторолдо. Байрамға йөҙҙәрсә кеше килде. Концерт номерҙары төрлө конкурстар менән үрелеп барҙы. Күргәҙмәгә ҡуйылған ҡул эштәре араһында һатыуға сығарылғандары ла, шулай уҡ ҡәҙерле кешеләр өсөн генә әҙерләнгәндәре лә бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку