Башҡортостан фәне ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡортостан фәне ауыр юғалтыу кисерҙе 12.10.2015

Оҙаҡ ауырығандан һуң күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре академик Нияз Абдулхаҡ улы  Мәжитовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.

Нияз Абдулхаҡ улы 1933 йылда Ғафури районы Туғай ауылында тыуған. Рәми Ғәрипов исемен йөрөткән гимназия-интернатта белем алғандан һуң Пермь университетының тарих факультетына уҡырға инә. Шул йылдарҙа билдәле Рәсәй архелогы Отто Бадер экспедицияларында ҡатнаша. Артабан Нияз Мәжитов Советтар Союзы Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында эшләй, архелогия һәм этнография бүлеген етәкләй, унан һуң Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 2006 йылдан алып Башҡортостан фәндәр академияһы вице-президенты, 2012 йылдан «Боронғо Өфө» республика музейы ҡурсаулығы директоры урынбаҫары булды.
Нияз Мәжитов йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнә. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе, Башҡортостан президенты янындағы йәмәғәт советы ағзаһы булып эшләй.
Нияз Мәжитов Башҡортостанда археологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Өфө-2 боронғо ҡаласығын тикшереүҙә лә уның өлөшө ҙур. Унда башҡарылған ҡаҙыу эштәренән һуң, табылған әйберҙәрҙән сығып күп ғалимдар Өфө урынында боронғо ҡала булыуын таныны. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле ғалим, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов менән хушлашыу сараһы иртәгә көндөң тәүге яртыһында,  Башҡортостан Фәндәр академияһы бинаһында ойошторола.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку