Башҡортостан экологтары юҡҡа сыға барған ҡырағай боландар төрөн тергеҙә 13.02.2015

Маралдар борон Көньяҡ Уралда йәшәгән, әммә егерменсе быуат башында юғалған.  Әле улар Ишембай районының  «Болан паркы» вольерында аҫырала. Хужалыҡта 28 баш болан иҫәпләнә. Хайуандар урындағы килиматҡа яраҡлашып үрсей ҙә башлаған.

Ишембай районында урынлашҡан  «Болан паркы» 250 гектар майҙанды биләй. Мапралдар үҙҙәрен иркен тойһон өсөн вольер биләмәләре етәрлек. Ҡуйы урманда уларҙы эҙләп тыбыуы ла икеле. Беҙҙең ижади төркөмгә лә боландарҙы күреү өсөн  байтаҡ ер  ҡыҙырырға тура килде. Ҡырағай маралдарға тәбиғәт шарттарында яҡын барыу мөмкин түгел. Вольер тәрбиәләнеүселәре иһә кешегә өйрәнгән.
Был өйөрҙә башлыса инә боландар. Араларында ярты йәшлек кенә быҙауҙары ла бар. 28 баш хайуанды республикаға Алтайҙан алып килгәндәр. Улар Башҡортостандың тәбиғәт шарттарна яраҡлашып үрсей ҙә башлаған. Әле Өйөрҙә һигеҙ ярты йәшлек быҙау бар.
Ата маралдар өйөрҙән айырым йөрөй. Уларҙы эре мөгөҙҙәренән айырырға мөмкин. Әйткәндәй , йәш болан мөгөҙөн дарыу әҙерләү өсөн дә файҙаланалар. Ләкин республикаға улар медицина препараттары эшләү маҡсатында килтерелмәгән.
Вольер хужалары дүрт йыл эсендә маралдар һанын 150 башҡа еткерергә иҫәп тота. Һуңынан боландарҙы әҙләп иреккә ебәрә башлаясаҡтар.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика