Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләргә әҙерләнә

Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләргә әҙерләнә 17.09.2014

Бөгөн Республика Хөкүмәтендә эш төркөмөнөң кәңәшмәһе үтте.Башҡортостанда 82  меңдән ашыу  һуғыш һәм тыл ҡаһарманы  йәшәй.  Республикала уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса  даими эш алып барыла.

Ветерандарға социаль ярҙам күрһәтеү өсөн йыл һайын 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә, финанс сығымдарҙың 250 миллион һум самаһы республика ҡаҙнаһынан. Финанс ярҙам күләме йылдан-йыл арта бара. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләүгә әҙерлек 7 йүнәлеш буйынса алып барыла. Был тәңгәлдә ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙе атап үтергә мөмкин, әле сиратта 500-ҙән ашыу яу һәм тыл ҡаһарманы тора. Шулай уҡ мәрхүм булғандарҙың ҡәберенә һәйкәл ҡуйыу, медицина хеҙмәтләндерелеүен яҡшыртыу буйынса эш алып барыла. Иғтибарҙан йәштәргә патриотик тәрбиә биреү йүнәлеше лә ситтә ҡалмай. 600 баланан торған хор һуғыш йырҙарын башҡарырға әҙерләнә, флешмоб уҙасаҡ, «Үлемһеҙ полк» акцияһын, тимурсылар хәрәкәтен йәнләндереү ҡарала. Иң мөһиме - өлкән йәштәгеләр үҙҙәрен кәрәкле итеп тойорға, Хөкүмәт биргән фатирҙарында лайыҡлы ҡартлыҡ кисерергә тейеш тип билдәләнде ултырышта.   


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку