Башҡортостанға Украина ҡасаҡтары менән 6 борт килде

Башҡортостанға Украина ҡасаҡтары менән 6 борт килде 01.08.2014

Дондағы Ростов ҡалаһынан махсус сәфәрҙә халыҡ-ара Өфө аэропортына 131 кеше килде, шуларҙың байтаҡ өлөшө балалар. Самолетты ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының эшсе төркөмө, психологтар , табиптар һәм тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. «Сәләмәтлек шишмәһе» профилакторийында мәжбүри күскенселәргә йылы аш, медицина ярҙамы тәҡдим ителде. Был төркөмдәге ҡасаҡтар Ишембай районындағы ваҡытлыса пунктарға урынлаштырыласаҡ.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика