Башҡортостанға Рәсәй эске эштәр министры Владимир Колокольцев килде 22.09.2014

Юғары вазифалы ҡунаҡ республика полицияһына рәсми символ -  байраҡ тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.

Бындай байраҡты республика милицияһы 1997 йылда алғайны. Ҡара күк төҫтәге туҡымаға Рәсәй һәм Башҡортостан гербтары төшөрөлгән. «Рәсәйгә хеҙмәт итәм - Законға хеҙмәт итәм» тигән һүҙҙәр алтын хәрефтәр менән яҙылған унда. Республика полицейскийҙары алдындағы сығышында Рәсәй эске эштәр министры уларҙы ғәҙел хеҙмәткә өндәне. Реформа артынан реформа барһа ла, төп бурысыбыҙ тәртип һаҡлау икәнлеген иҫтән сығарырға ярамай, тине министр. Юғары кимәлдәге етәксенең килеүе полицияла хеҙмәт итеүселәр өсөн оло һынау булды. Әммә төҙ сафтарға теҙелеп үтеүсе полиция хеҙмәткәрҙәре был имтиханды уңышлы бирҙе.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика