Башҡорт теле - туған телем

Башҡорт теле - туған телем 09.07.2014

Бәләбәй районының «Аҡсарлаҡ» йәйге лагерендәге «Йәйләү» сменаһы ошо девиз менән эшләй. Ял ваҡытында балалар башҡорт телен өйрәнә, халҡыбыҙҙың тарихы, милли-мәҙәни йолалары менән таныша. Йәйләүҙәр менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә осрашты.

12 йәшлек Сулпан Фәйҙуллина лагерҙә беренсе тапҡыр ял итә. Ҡыш көнө ул Өфөлә төшөрөлгән «Сулпан» фильмында төп ролде башҡарған. Тырыш ҡыҙҙы мәғариф министрлығы «Йәйләү» сменаһына путевка менән бүләкләгән. Йыр-бейеүгә, музыка ҡоралдарына әүәҫ ҡыҙҙың бер генә минут та буш ваҡыты юҡ.
«Йәйләү» сменаһында быйыл Башҡортостандан тыш, Ҡурған һәм Силәбе өлкәләре, Татарстандан - барлығы йөҙҙән ашыу бала ял итә. Сменаның төп маҡсаты - балаларҙы башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы менән таныштырыу. Башҡорт телендә аралашыу, туған телде өйрәнеү ҙә мотлаҡ шарт.
«Йәйләү»ҙә тәрбиәләнеүселәр үҙҙәре сыҡҡан ырыуҙы, уның атрибутикаһын да яҡшы белергә тейеш. Төрлө ярыштарҙа улар ырыуҙарға бүленә.
Һәр ижади конкурс һөҙөмтәләре буйынса балалар махсус баллдар менән билдәләнә килә. Смена һуңында улар бүләккә алмаштырыласаҡ.
«Йәйләү»ҙә шулай уҡ күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар, экскурсиялар ҙа ҡыҙыҡлы үтә. Тәрбиәселәр балаларҙың ялын мауыҡтырғыс итеп үткәреүгә күп көс һала.
Лагерҙә балалар Мәрйәм Бураҡаеваның ошо китабы буйынса шөғөлләнә. Бында ял йортоноң режимы, программаһы һәм эске тәртибе тураһында тулы мәғлүмәт бирелгән. Бынан тыш «йәйләүҙәрҙең» үҙҙәренең шиғырҙары, таҡмаҡтары, йырҙары бар.
Йәйләү сменаһы инде 17 йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә лагерҙа ике меңгә яҡын уҡыу алдынғыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадалар һәм конкурстарҙа еңеүселәр ял иткән. Күптәр лагерҙа бер-нисә тапҡыр ял итә. Лагерға юллама алыу өсөн улар йыл буйына тырышып уҡый, ижадта һәм спортта яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика