Башҡорт сувенирҙары

Башҡорт сувенирҙары 07.01.2015

Өфөлә йәшәүсе Ренат Юнысов ағастан эксклюзив әйберҙәр яһай. Уның коллекцияһында аҫаба халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған йөҙҙән ашыу магнит бар.

Ренат Юнысов үҙенең иң популяр сувенирҙарының береһе -ҡурайсы егет һынын буяй. Оҫта темпера буяуҙарын ҡуллана. Фигура әҙер булғас, уны лак менән ҡаплап киптерергә генә ҡала. Ренат Юнысов көнөнә тиҫтәнән ашыу сувенир эшләй. Ағас һындарҙа ул  халҡыбыҙҙың йәшәйешен, төрлө йолаларын сағылдыра.  Оҫтаның эштәре кәштәлә оҙаҡ ятмай.
Ренат Юнысов, оҫта: «Быйыл республикала үтәсәк саммиттарҙа ла ҡатнашасаҡмын. Унда әҙерләнәсәк сувенирҙарымда Башҡортостанды ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙе сағылдырырға кәрәк. Бер эшемдә  башҡорт, рус һәм ҡытай халыҡтарының милли биҙәктәрен сағылдырған аттар егемен һынландырырға уйлайым».  
Береһенән береһе бәләкәйерәк тирмәләр ҙә эксклюзив сувенир. Иң ҙуры эсенә бер-бер артлы һыйған биш тирмәнең һуңғыһы төймә һымаҡ ҡына. Улар Ренат Юнысовтың  эскизы буйынса башҡа ҡалала эшләнгән. Хәҙер тирмәләрҙе буярға ғына ҡала.
Ҡарап тороуға еңел генә һымаҡ күренһә лә, рәсемдәрҙә бәләкәй деталдәр күп. Уларҙы төшөрөү ваҡыт һәм түҙемлек талап итә. Шулай ҙа һәр сувенирҙы оҫта күңелен биреп яһай. Уның эштәре төрлө күргәҙмәләргә лә йыш ҡуйыла. Әле Ренат Юнысов йәйгеһен үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттарына әҙерләнә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку