Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ике көн дауамында «Асыҡ ишектәр көнө» үтте 14.02.2015

Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө ҡалаларының тиҫтәнән ашыу  юғары уҡыу йорто вәкилдәре менән осрашыуҙа Урал аръяғы мәктәптәренең сығарылыш синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева менән «Башҡортостан студенттары һәм аспиранттарының Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме буйынса ойошторолған сарала йәштәр хеҙмәт баҙарында талап ителгән бакалавриат һәм магистратура программалары, Берҙәм дәүләт имтихандары, юғары уҡыу йорттарының уҡырға ҡабул итеү һәм белем алыу шарттары менән танышты. Үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика